Бөтә яңылыҡтар
Афәт
3 Ноябрь 2023, 14:56

Йөрәктәребеҙ илай, Фәләстан

Фәләстанда барған фажиғә беҙҙең күңелдәрҙе лә яраланы.

Йөрәктәребеҙ илай, Фәләстан
Йөрәктәребеҙ илай, Фәләстан
Был илдә (Палестина) барған мәхшәр, ысынында, башҡа һымай: нисек итеп, 21 быуатта ошондай хәлдәрҙең булыуы мөмкин? 
Фәләстанға ярҙам йыя башланылар. Кисә генә беҙҙең мәсеттәр ҙә был эшкә ҡушылды.
- Бер төн эсендә генә беҙҙең мәсеткә йөрөгәндәр аҡсалата 100 мең һумдан артыҡ аҡса йыйҙы. Аҡсанан тыш, әйберҙәр, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек алып килделәр, - Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы имам-мөхтәсибенең йөҙө борсоулы, донъяла ҡыуанырлыҡ хәлдәр юҡ, - Фәләстанды бомбаға тота башлағандан алып, унда 4 меңдән артыҡ бала үлде... 
Әйтер һүҙ таба алмайбыҙ. 
- Кисә генә ғәрәп телевидениеһында бер баланың (14 йәш) телевизорҙан һөйләгәнен тыңланым. Унан һорайҙар, үҫкәс, кем булаһың? Был бала оҙаҡ уйлап торманы, ә беҙҙә ҙурайып булмай ул, үлтерәләр... Бөгөн билдәле булды: был бала үлгән.
...Гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә. 
Автор:
Читайте нас