Афәт
18 Ғинуар 2024, 07:44

Беренсе һәм аҙаҡҡы булһын ине

Бына бөттө лә.

Беренсе һәм аҙаҡҡы булһын инеБеренсе һәм аҙаҡҡы булһын ине
Беренсе һәм аҙаҡҡы булһын ине
Матәмде оҙаҡҡа һуҙманылар, мәрхүм һалдаттың ғүмере кеүек, тиҙ тамамланды.
Парфенов Андрей 1975 йылғы, Маяҡ ауылында тыуған, ошондағы 8-се мәктәпте тамамлаған, аҙаҡ ошо ауылдағы уҡ СПТУла тракторсы-машинист һөнәренә уҡыған. Өфөлә йәшәгән. Шунан яуға киткән, 2 ғинуарҙа һәләк булған. Ике һөйләмгә һыйырлыҡ биография -бер кеше ғүмере. Һалдат менән хушлашыуға халыҡ йыйылды. ҡала башлығы Олег Астахов, ҡоролтай депутаты Фәнит Моратбаҡыев та бар. Ошо ике вазифалы кеше генә телмәр тотто, башҡалар өндәшмәне. 
- Рәхмәт, лайыҡлы егетте тәрбиәләгәнһегеҙ, еңеүҙең хаҡы буш булмай, бына ошондай егеттәр уны ғүмере менән түләй. 
Йыйылған халыҡты ҡарайбыҙ, күбеһе ҡарт-ҡоро. Йәштәр юҡ, тиерлек. Ауылдарҙағы халыҡ ҡартая, хәйер, ҡалала ла шулай тигән уйҙар үтте баштан һәм бына ошо уй ҙа, ныҡ теләмәһәк тә, мейене сүкене: Андрей быйыл ерләнгән беренсе һалдат.
Беренсе һәм аҙаҡҡы булһын ине ул. 
Автор:
Читайте нас