Все новости
Афәт
1 Февраля , 11:13

Ейәндәрҙе һөйә алманың

Скачков Алексей Федорович 17 декабрҙә үк һәләк булған.

Ейәндәрҙе һөйә алманың
Ейәндәрҙе һөйә алманың

Тыуған илгә ҡайтыр юлы, нилектәндер, оҙон килеп сыҡты, уны кисә ерләйҙәр. 50 йәште уҙған ир, офицер званиеһы ла булған – өлкән лейтенант. Был насар хәбәр тураһында билдәле булыу менән, мәрхүмде белгәндәр үҙ һүҙен әйтте- бигерәк һәйбәт кеше ине.  

Матәм Күмерселәр мәҙәниәт һарайында башҡарыла. Рәсми вәкилдәр, офицерҙың туғандары, был хәлгә битараф булмаған башҡаһы ир менән хушлашырға килде. Халыҡ байтаҡ ҡына, шыбыр-шыбыр һөйләшеп торалар, тауышты көслөрәк сығарыр сәбәп юҡ – һәр кемдең башында йәшәү менән үлем тураһындағы уйҙарҙыр, моғайын. Митинг башланғанын көтөп торманыҡ, ысынында, ятланып бөтә яҙған шул уҡ һүҙҙәр буласаҡ, хәс бер үк фильмды ҡат-ҡат әйләндереп ҡарайбыҙ ҙа ҡарайбыҙ кеүек. Әйткәндәй, Алексей быйыл Күмертау ҡалаһында ерләнгән икенсе һалдат.

Йәл, Алексей, ейәндәр һөйөп кенә йәшер йәшеңә етә алманың, бәхил бул.

Автор:
Читайте нас: