Бөтә яңылыҡтар
Афәт
27 Февраль 2024, 11:34

Шайтан илсеһе

Яман хәбәрҙе еткереүсе кеше үҙен шайтан илсеһеләй тоя.

Шайтан илсеһе
Шайтан илсеһе

Беҙ ҙә үҙебеҙҙе бик йыш ошо ролдә тоябыҙ. Ваҡыты шул, көн дә тиерлек кемделер ерләйбеҙ. Гәзиттең эше лә шунан ғибарәт: яңылыҡтарҙы еткереү, башҡаларҙан мөмкин тиклем иртәрәк белдереү. Был яңылыҡтар, ҡыҙғаныс, гел генә яҡшы хәбәр булмай.
Бәхетһеҙлеккә, тағы ла ошо илсе ролен үтәргә тура килә: районда йәнә бер егетебеҙ яуҙа һәләк булған. Йәшләй генә киткән егетебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта булһын. Туғандарының ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ.
...Һәйбәт, һөйөнөслө, яҡшы яңылыҡтар менә генә бүлешер мәлдәр тиҙерәк етһә ине.

Автор:
Читайте нас