Все новости
Афәт
20 Марта 2024, 13:45

Аҡһарының ҡара яҙы

- Был һеҙҙең генә түгел, бөтөн Аҡһары ауылының ҙур ҡайғыһы.

Аҡһарының ҡара яҙы
Аҡһарының ҡара яҙы
Мәктәп директоры Рида Искәндәрованың йөҙө ҡара янған, бер тегеләй, бер былай йүгереп, ҡайҙа барып, нимәгә тотонорға белмәй. Был афәт Аҡһарыны, бәлки, урап үтер тигән өмөт ысынға сыҡманы, бына, улдары менән хушлашалар. 
- Салауат бәләкәйҙән бик аҡыллы бала булды, нимә ҡушһаң да, "Юҡ" тип әйтә белмәне, үҙе спортсмен ине... 
Ауылдаш егет менән бәхиләшергә тип килгән күмәк халыҡтың да С. Абукаев тураһында "бала саҡтан техника яратты, атаһына эйәреп, тракторҙа йөрөр ине, үҙе тәҙрә аша күренмәй ҙә, ҙур техниканы нисек итеп йөрөтөп китеп барғандыр" тигәнгә оҡшаш яҡты хәтирәләрен ишетергә була ине. 
Салауат былтыр көҙ яуға киткән. Уңарсы ауылда тракторҙа, унан алда Себерҙә эшләгән. Июнь баштарында уға 28 йәш тулған булыр ине. 
Мәрхүм менән мәңгелеккә хушлашып, ауылдан сығып барғанда, Аҡһарыға бары тик яҡшы теләктәр теләп, артҡа боролоп ҡараныҡ (башҡаса бындай ҡайғылар күрмә). Ауылдың, ҡояшлы сыуаҡ матур көн булһа ла, йөҙө ҡап-ҡара ине. Нисектер шиңгән дә ҡалған кеүек тойолдо. 
"Юшатыр" гәзите Салауаттың барлыҡ туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша, сабырлыҡ теләй.  
Автор:
Читайте нас: