Все новости
Афәт
12 Июня , 14:49

Һеҙҙең менән бергә илайбыҙ

Был яңылыҡты яҙырға икенсе көн ҡул бармай.

Һеҙҙең менән бергә илайбыҙ
Һеҙҙең менән бергә илайбыҙ

Йән тартмай. Өлөкөгөн ишетелгәс, һәр айыҡ аҡыллы кеше һымаҡ, ышанманыҡ, яңғылыш хәбәрҙер, тормошта шулай ҙа була бит: кемдер документты яңғылыш тултырған, яңғылыш күргән, ишеткән....
Быҫҡып ҡына янған өмөтөбөҙ леп һүнде - Азаматыбыҙ мәрхүм булған.
Илкәнәйенә гел осоп ҡына ҡайтыр егетебеҙ, ҡыҙғаныс, үҙ аяҡтары менән туған тупраҡҡа баҫа алманы... Тиҙҙән уны алып ҡайталар.
Әлфиә апай, Файзрахман ағай, Ләйсән, балалар, Азаматтың барлыҡ туғандары, бик ауыр юғалтыу ҡайғыларығыҙҙы уртаҡлашабыҙ. Беҙ ҙә һеҙҙең менән бергә илайбыҙ... Азаматтың йәне йәнәттәрҙә булһын.

Был яңылыҡ артынан йәнә береһе бар, уныһы ла ҡайғылы: Ермолаево ла тиҙҙән тағы бер һалдатын ҡаршы аласаҡ. 

Автор:
Читайте нас: