Уның үлеме хаҡындағы хәбәр әллә ҡасандан бирле йөрөй, был турала ишеткән һәр бере, әлбиттә, ышанманы, дөрөҫкә сыҡмаһа ғына (һуғыш мәлендә үлде тигәне лә иҫән ҡайтҡаны тураһында уҡыған, ишеткән бар). ярар ине, тип теләне. Әле генә ошонда, Таймаҫы буйлап йөрөй ине лә баһа, ябай, эскерһеҙ егет, һәр береһенә асыҡ булды...
Тормош, заман аяуһыҙ - уны иртәгә күмәләр. Солтангәрәев Марсель Мансур улын.
... Ата-әсә балаҡайына исем ҡушҡанда, уның мәғәнәһенә мотлаҡ иғтибар итә. Марсель - һуғыш Аллаһы Марс исеменән килеп сыҡҡан тигән фараз бар. Әммә... Һин тыныс тормошта, гелән матур йылмайып, һәр береһенә асыҡ йөҙ күрһәтеп, тыуған ереңдә, ошонда - Таймаҫта йәшәр егет инең.
Беҙ Марселдең әсәһенең, бөтөн туғандарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Бәхил бул, Таймаҫ улы.