Әлбиттә, яҡындары, туғандары бәхилләшеү һүҙҙәре әйткәндер, әммә һәр саҡтағыса барлыҡ халыҡты йыйып, яндарына һалдаттар (кадеттар) ҡуйып, ялҡынлы телмәрҙәр һөйләп оҙатманылар.
Моргтан тура сиркәү, унан зыяратҡа алпып киттеләр. Күмертауға кисә ике һалдат ҡайтты, был турала ишеткәс, беҙ морг янына барҙыҡ. Үҙ-ара шыбырлашып ҡына һөйләшкән ирҙәр янына килдек.
- Туғандары шулай теләгән тинеләр, улдарын ерләүҙе шау-шоуға әйләндермәһендәр, береһе лә кәрәкмәй, үҙебеҙ генә ерләйбеҙ.
Исемдәрен дә әйткәйнеләр, яҙып алмағанбыҙ, быныһы, бәлки, үтә мөһим дә түгелдер, туғандары белә, Аллаһ белә.
Бәхил булығыҙ, егеттәр.
...Бөгөн сәғәт унда тағы ла бер егетебеҙ менән хушлашабыҙ - Третьяков Алексей Борисович менән. Был хушлашыу "йәшертен" түгел, Мәңгелек ут янында, һәр саҡтағыса, буласаҡ.