-4 °С
Облачно
Улар барыһы ла Илнурҙы йылы иҫтәлектәр менән телгә алдылар, күҙҙәре оло ҡайғыны күтәрә алмай йәшкә күмелде.
- Илнурҙы башланғыс кластарҙа уҡыттым, улар кластарында күмәк инеләр, шул тиклем шуҡ, шаян малайҙар араһында, Илнурыбыҙ иң тынысы булғандыр, гел йылмайып йөрөнө ул. Былтыр ялға ҡайтҡанында 9 май байрамында ҡатнашты, бик оҙаҡ һөйләшеп торҙоҡ. Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, иҫән генә бул инде, иҫән-һау үҙ аяҡтарыңда тыуған ауылыңа ҡайт, тигәс... Ҡайтып булмаҫ инде, апа, тип яуапланы ул, ҡайтмаҫын алдан һиҙгәндәй. Бәхил бул, уҡыусым, тыныс ят, беҙ һине, һинең батырлығыңды онотмаҫбыҙ, - тине Илнурҙың тәүге уҡытыусыһы Мәҙинә Сәйфуллина.
Репортаж тулы килеш гәзиттә баҫыласаҡ.