Уның турала бөгөн барыһы ла (класташтары, ауылдаштары, иптәштәре) бик йылы итеп иҫкә алды. Насар ҡылығы булдымы икән Женяның тип әллә күпме иҫкә төшөрөргә маташтыҡ, юҡ, бер генә алама яғы ла хәтерҙә түгел.
Варнавский Евгений Александрович Ырымбур хәрби училищеһын тамамлаған, армияла хеҙмәт иткән, аҙаҡҡы йылдары Бахмутта йәшәгән, Ермолаевский хлеб ойошмаһында эшләгән, йорт һалып ҡына бөткән булған... Яуға киткән, яраланған... Ата-әсәһе бер бер артлы мәрхүм булған, апаһы, ҡатыны ҡалды...
Уны әсәһе янына - Покровка ауылы зыяратына ерләйәсәктәр.
Репортаж тулы килеш гәзиттә баҫыла.