Был донъя - ҙур көрәш майҙаны
Һәр көндө ҡуя ул ҙур һынау...
Һынауҙарҙан азат түгел
Һис бер әҙәм балаһы.
Тәҙрәләрҙән алмай һис күҙҙәрен.
Әсә көтә батыр һалдатты!
Һеҙ ҡайтһағыҙ, балаҡайҙар.
Ергә муллыҡ ҡайтыр, нигеҙҙәргә ҡайтыр бәрәкәт!...
Тормош беҙ теләгәнсә генә бармай!!! Типһә тимер өҙөрҙәй балҡайҙарыбыҙ батырҙарса һәләк була. Аяз улым, ҡыҫҡа булды ғүмерең... Яңы Муса ауылы, Ғарифуллиндар ғәиләһе - Линар кейәүебеҙ, Рушания һылыуыбыҙ, ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ. Бик ауыр юғалтыу! Һуғыш... Ҡасан бөтөр ???! Типһә тимер өҙөрҙәй ир-егеттәребеҙ, улдарыбыҙ әрәм генә булалар бит!. Егет инең, бөркөт инең!!! Асыҡ ине күңелең. Йәш инең, матур инең,. Көслө инең, сабыр инең, их балаҡай!!!? Китеп барҙың, хушлашмайса, яҡты донъяларҙы бик ваҡытһыҙ ташлап, аҫыл ир -егетебеҙ!!! Беҙ иларбыҙ, һине юҡһынып!!! Урының булыр йәннәттә, улым!!! Һағынырбыҙ, юҡһынырбыҙ, әле һине бик оҙаҡ!!! Балдай татлы, нурҙай яҡты, һәр кемгә лә ғәзиз балаһы!!! Кейәүебеҙгә, һылыуыбыҙға, Аҡнур улыбыҙға сабырлыҡ, ныҡлы һаулыҡ, именлек теләп ҡалабыҙ!!! Аллаһы Тәғәлә һаҡлаһын үҙегеҙҙе, ғәиләгеҙҙе, Ин Шаа Аллаһы. Бала ҡайғыһы күрергә яҙмаһын. Һуғыш бөтһөн, илдәргә тыныслыҡ ҡайттһын, Раббым!!!
Флюза Ниғмәтуллина