Все новости
Афәт
14 Декабря , 10:13

Бөтәбеҙ ҙә йәтим ҡалдыҡ кеүек

Андрей Бөгөлсәндә1976 йылда тыуған, ошонда уҡ, мәктәптә уҡыған. 

Бөтәбеҙ ҙә йәтим ҡалдыҡ кеүек
Бөтәбеҙ ҙә йәтим ҡалдыҡ кеүек
Армияла сағында Чечняла (һуғыш барған осор) хеҙмәт итергә тура килә. "Россия" хужалығында эшләй, аҙаҡ Бөгөлсән мәктәбендә ҡарауылсы була. Андрей Ильичты ауылдаштары бик һәйбәт кеше тип иҫләй, ярҙамға һәр саҡ ашығыр, ябай, асыҡ ир ине, тиҙәр. 
Былтыр, теүәл бер йыл элек, конртактҡа ҡул ҡуйған, быйыл 30 ноябрҙә һәләк булған...
Андрей биш малайға ғүмер биргән атай, сержанттың ҡатыны, биш улы ғына түгел, беҙ барыбыҙ ҙа бөгөн үҙебеҙҙе йәтим ҡалғандай хис итәбеҙ.  
Татьяна Владимировна, Андрей Андреевич, Алексей Андреевич, Егор Андреевич, Илья Андреевич, Константин Андреевич, беҙ һеҙҙең ауыр юғалтыу ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ.     
Автор:
Читайте нас: