Әле уйнап-көлөп, донъяның бар рәхәттәрен татып, вайымһыҙ йәшәр сағы. Яҙмышы, ҡыҙғаныс, шулай яҙылды: Вилмир менән мәңгелеккә хушлаштыҡ.
В. Ғәйнетдинов Күмертауҙа тыуған. Аҙаҡ, 5 йәше тулғас, уны аҫрауға алалар – Молокан ауылына. Ошо ауылда уның бала сағы үтә. Ваҡыты еткәс, армияла хеҙмәт итә, хеҙмәттән һуң, Күмертауҙа йәшәй һәм эшләй. Былтыр апрель айында һуғышҡа китә, үҙ ирке менән. Интернет селтәрҙәрендә Вилмир май айында юғалды тигән хәбәр сыҡты, туғандары, дуҫтары эҙләне, буғай, хәбәрһеҙ юғалғас, моғайын, иҫәндер тигән өмөт егетте белгәндәрҙә һүнмәне. Ҡыҙғаныс, өмөттәр аҡланманы, бына, Яңы йыл еткәс, бигерәк алама хәбәр алдыҡ: Вилмир үлгән. Егетең кәүҙәһен бөгөн өләсәһе менән олатаһы йәшәгән ауылға - Абдулға алып ҡайтып ерләнеләр.
Йәшлектәре, үҫмер генә саҡтары һәр кемдә була, бигерәк ҡыҫҡа мәл, әммә иң татлы, һәр саҡ һағынып һөйләр матур мәл. Вилмир кеүек балалығынан яңы ғына сыҡҡан малайҙарҙы ерләү, түҙеп торғоһоҙ үкенес, хатта асыу уята. (Вилмир – исемендә мир һүҙе бар, балаһына исем ҡашҡанда береһе лә һуғышҡа бәйләп ҡушмай). Йәшлектәрен үтеп китеп, балалар үҫтереп, олоғайып, ейәндәр яратып ҡына йәшәргә тыуа кеше, егеттәребеҙҙе ғүмерҙең ошо мәлдәренән мәхрүм иткән заман тиҙерәк үтеп китһә ине. Бәхил бул, Вилмир.