Олег бик йәш көйө китте яҡты донъяларҙан, ул 2003 йылғы ғына. Яуҙа ул, Яңы йыл алдынан ғына, 19 декабрҙә вафат булған.
Уны ауылдаштары бары тик йылы хәтирәләр менән иҫкә ала. Бик һәйбәт, кешеләргә ҡарата яғымлы, эшһөйәр егет ине тиҙәр. Дуҫтары ла күп булды...
Олег Павловка ауылында тыуған, ошонда уҡ мәктәптә уҡыған, аҙаҡ Күмертау Тау колледжын бөткән. Өйләнмәгән, балалары юҡ.
Степан Михайлович, Лариса Николаевна, Екатерина Степановна, Олегтың башҡа туғандары, дуҫтары, ауылдаштары беҙ һеҙҙең бик ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.