Ҡыҙғаныс, яҡшы яңылыҡтар һирәгәйҙе. Йәнде әрнеткәндәре, йөрәкте телгәндәре ныҡ күбәйҙе. Беҙҙең гәзит, ошо төркөм матәм таҡтаһына әйләнде, асып уҡыуы ауыр. Бына тағын... Рәмил Рамаҙанов һәләк булған. Йәп-йәш кенә егет, малайлыҡтан да сығып өлгөрмәгән. Тормоштоң ни икәнен дә аңлап етмәгән бала.
Был донъяла күрмәгән рәхәттәреңде теге донъяла күрерһең тип ныҡ ышанабыҙ, Рәмил. Ошолай тип, үҙебеҙҙе-үҙебеҙ йыуатабыҙ. Йылыбыҙҙы, иғтибарыбыҙҙы биреп еткермәһәк, ғәфү ит беҙҙе.