Илкәнәй ауылында тыуып-үҫкән уҙаман. Былтыр октябрь айында конртактҡа ҡул ҡуйған. Теүәл бер айҙан, ноябрҙә һәләк булған.
Раил Ралин улы тураһында ул ҡул эштәренә бик оҫта ине тип һөйләй ауылдаштары. Асыҡ күңелле, эшһөйәр кеше ине тип тә өҫтәйҙәр. Хәҙер уның тураһында бары тик йылы хәтирәләр генә ҡалды – Раил ағайҙы 10 февралдә тыуған ауылында ерләйәсәктәр.
Беҙ Р. Солтанғузиндың барлыҡ туғандарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.