- А почему в ролике о погибших нет Панкова Андрея Ильича с.Бугульчан, Бикмурзина Руслана Зульфатовича с.Бугульчан.
- Почему не показали Гайнидинова Вельмира он тоже погиб за Родину был похоронен в селе Абдулово.
- Почему не показали Валеева Руслана. ,он с Канчуры был.
7 февралдә ҡуйылған мәрхүм һалдаттарға арналған видеояҙма ошоға оҡшаш (ниңә теге егетебеҙ юҡ, быныһы ла юҡ) күп һорауҙар тыуҙырҙы. Ролик аҫтына ла, беҙҙең үҙебеҙгә лә шул турала һорап яҙҙылар. Аңлағанса, яуап бирҙек: был Күмертауҙа Күмерселәр һарайында үткән сарала күрһәтелгән яҙма, тимәк, ҡала бары тик Күмертау һалдаттарын ғына видеоға кереткән. Был аңлатмаға шунда уҡ өҫтәмә һорау ҙа бирҙеләр: ниңә айыралар, военкомат берәү ҙә.
Быныһы инде беҙҙең ҡарамаҡта түгел, район башҡа, ҡала - башҡа тип йәшәп өйрәнелгән.
Әле бер нисә ай элек беҙ үҙебеҙ төшөргән, йәндәре теге донъяларға киткән район һалдаттарына арналған яҙманы бирәбеҙ. Иҫкерҙе быныһы ла (шулай тип әйтергә яраһа), ҡыҙғанысҡа, исемдәр өҫтәлә тора. Әйткәндәй, беҙ күмгән һалдаттарыбыҙҙың исемлеген алып бара инек, торараҡ туҡтаныҡ, күңелле түгел уны яҙып барыуы, береһен яҙаһың да, нимә эшләргә икән тип, ултыраһың: нөктә ҡуйырғамы, өтөрмө?
...Торараҡ, бойорған булһа, яңы видеояҙма эшләрбеҙ. Уныһы ла, күңелле видео булмаҫ. Тиҙерәк, барыһына нөктә ҡуйып, тормошта тап-таҙа, матур биттән башларға ине.