Бик ихлас, йомшаҡ, асыҡ күңелле ине Ришат.
Биш ваҡыт намаҙын мәсеттә уҡырға тырышты, дәрес ҡалдырманы.
Ярҙам кәрәкһә, тиҙ килеп етә ине.
Йә Аллаһ шәһәдәтен ҡабул ит!
Бәрзәһ ваҡыты тыныслыҡта үтһен!
Урыны ожмаһ баҡсаларында булһын!
Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы имам-мөхтәсибе яҙған һүҙҙәр был. Ришаттың үлеме бер Айнур хәҙрәтте генә түгел, Р. Хәлиловты белгән барыһын һеңгәҙәтә һуҡты.
Бөгөн уның менән мәңгелеккә бәхилләшәбеҙ. Беҙ ике балаһының, әсәһенең үтә ныҡ ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ. Мәрхүмдең урыны ожмах баҡсаларында булһын.
Был турала тулыраҡ киләһе һанда гәзиттә мәҡәлә баҫыласаҡ.