Теге саҡ интернет буйлап хәбәр, видео таралды: бер йәп-йәш һалдат яу яланынан 50 көн буйы, һаҙлыҡтар аша, шыуышып, үҙебеҙҙекеләр яғына сыҡҡан. Аяҡтары, башҡа ағзалары өшөгән малай, ҡот осмалы арыуҙан, мандариндар өҫтөнә ятҡан да йоҡлап киткән. Уны беҙҙең Керәүле малайы тип яҙҙылар...
Өмөттәр аҡланманы. В. Семеновты тыуған ауылында шәмбе көнө ерләйәсәктәр. Беҙ Виталий Юрьевичтың барлыҡ яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.