Афәт
3 Март 2025, 08:40

Ҡотлоюлдың ҡотһоҙ мәле

Илсурҙары менән бөгөн мәңгелеккә хушлашалар.

Ҡотлоюлдың ҡотһоҙ мәлеҠотлоюлдың ҡотһоҙ мәле
Ҡотлоюлдың ҡотһоҙ мәле

Был яман хәбәр тураһында хәбәр иткән инек, әле барыбер һаман күҙебеҙгә ышанмай ҡарап торабыҙ, аңға һыймай. Башҡаса Илсурыбыҙ Ҡотлоюлын яҡтыртҡан ҡояшты күрмәйәсәк, тиҙҙән, шаулап, Көйөргәҙе ташыр, уны ла күрмәҫ, ишетмәҫ... Матур ауыл бөгөн, ҡапыл ғына, йәмен юғалтҡандай тойола.
Бәхил бул, Илсур, урындарың йәнәттә булһын, Ҡотлоюл яландарында үҫкән сәскә еҫтәренә иҫерә алмаһаң да, ожмах баҡсалары сәскәләренә һоҡланырһың.

Автор:
Читайте нас