Аҙна башы ауыр хәлдәр менән башланып китте. Яуҙа һәләк булған ҡалабыҙ егетен һуңғы юлға оҙаттыҡ. Иртәгә лә матәм көтә - батырҙарса һәләк булған Виктор Лисицын менән хушлашыу.
Районыбыҙ хәлдәре лә бик яҡшынан түгел... Таймаҫ егетен шаршамбы көнө ерләйәсәктәр. Уныһына ышанып та булмай... Насар хәбәр, бәлки, урап үтер - егетебеҙ Динар Мөхәрәм улы Араптанов иҫәндер тигән өмөт менән йәшәнек. Тик мөғжизә был юлы ла булманы...
Икенсе улын яуҙа юғалтҡан Венера Әхтәм ҡыҙының, яугирыбыҙҙың барлыҡ туғандарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.