

Виктор Лисицындың яуҙа һәләк булыуы тураһында кисә генә хәбәр иттек, бына бөгөн һалдаттың туғандары, власть вәкилдәре уның табуты янында баҫып тора. Виктор былтыр 10 декабрҙә фронтҡа киткән булған. Февраль башында һәләк булған.
Ауыр тип әйтһәк, бер ни әйтмәгән кеүек булыр, был афәттән нисәмә йылдар арына алмайбыҙ. Виктор - Еңеү тигән һүҙҙән алынған, йәл, Еңеүҙе үҙе күрә алманы.
Беҙ В. Лисицындың барлыҡ яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.