Бөтә яңылыҡтар
Афәт
2 Июнь , 15:46

Бигерәк йәш, бала ғына

Ермолаево тағы ла бер улы менән хушлашасаҡ.

Бигерәк йәш, бала ғына
Бигерәк йәш, бала ғына

Оло кеше лә фанилыҡтан китһә ауыр, ә инде йәштәрҙе баҡыйлыҡҡа оҙатҡанда, был ваҡытта ниндәй һүҙҙәр табаһы, нисек итеп ҡайғыны баҫаһы?

Иван Пикалов 2003 йылғы ғына. Айсыуаҡ егете. 2023 йылда әрмегә киткән, шунда уҡ контрактҡа ҡул ҡуйған, Былтыр Яңы йыл алдынан ғына һәләк булған.

Ермолаево, Айсыуаҡ, Ваняны белгән барыһы уның менән 4 июндә хушлашасаҡ.

Иван Сергеевичтың әсәһе 2023 йылда теге донъяға күскән, атаһы ла, ҡатыны артынса уҡ, 2024 йылда мәрхүм булған. Бына, ата-әсәһе янына улдары ла китте.

Беҙ Ивандың туғандарының, апаһы Верониканың ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Автор:
Читайте нас