Бөтә яңылыҡтар
Афәт
4 Июнь , 12:10

Яҡшы кеше ине

Күмертау халҡы тағы бер улын һуңғы юлға оҙатты.

Яҡшы кеше ине
Яҡшы кеше ине

Ринат Абыҙгилдиндың һәләк булыуы тураһында кисә хәбәр иттек. Ринат былтыр ноябрҙә генә яуға киткән, быйыл март айында һәләк булған...

Матәм тураһында яңылыҡтар бик күбәйҙе, шуныһы күҙгә ташлана: кем менән хушлашмайыҡ, уның тураһында һалдатты белгәндәр «бик яҡшы кеше ине» тип иҫкә ала. Ринат менән дә шулай. Кешеләргә ҡарата яғымлы, һәйбәт кеше булды тиҙәр. Йәл,улар бик иртә, ваҡытынан алда, теге донъяға китәләр. Урының ожмахтың түрендә булһын, Ринат Тимерхан улы, Ләлә апай, Луиза, Эльвира, Әлиә, беҙ һеҙҙең ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Автор:
Читайте нас