2024 йылдың 29 авгусында Мырҙабаев Фәнис кейәүҙе Махсус хәрби операцияға бик матур итеп, клубта өҫтәлдәр әҙерләп, ауылыбыҙ менән оҙаткан инек. Улар тормош иптәше Зөлфиә менән матур итеп донъя ҡороп йәшәнеләр. Зөлфиә “Искра” хужалығында һауынсы, ә Фәнис ауыл көтөүен көтә ине.
- Фәнис 6 ай хеҙмәт итте, отпускаға ҡайтырға ваҡыт етте тип ҡыуанып ҡына йөрөгәндә, 13 март көнө, аҙаҡҡы мәртәбә бәйләнешкә сыҡты. Уның: “Һуғышҡа керәбеҙ, сыға алырбыҙмы икән”, - тип әйткән һүҙҙәре һаман ҡолаҡта яңғырап тора, - ти ҡатыны Зөлфиә. Шул аҙаҡҡы тапҡыр булды уларҙың һөйләшеүҙәре. Бына ошо айҙа хәбәрһеҙ юғалғанына 4 ай булды. Зөлфиә һәм беҙ ауылдаштары һаман да өмөтләнәбеҙ Фәнисебеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтыр тип.
Зарима БОҪҠАНОВА, Ҡотлоюл ауылы