Тимур Ибраһимовтың – Грачтың – мәрхүм булып ҡалыуы хаҡында хәбәр һеңгәҙәтә һуҡҡайны, кем-кем, ул иҫән ҡайтыр һымаҡ ине. Тимур менән Юшатыр һөйләшкәне булды: бик ышаныслы, ергә ныҡлап баҫып йөрөгән ир булып күренде, үҙе аҡыллы.
Ҡыҙғаныс, һуң ғына белдем: миңә туған тейешле егет булған да. Ибраһимовтар – Шәкирә ҡартәсәйҙең быуыны, был яңылыҡ ҡайғыны тағы ла көсәйтеп ебәргәндәй булды.
Тимур менән хушлашыу иртәгә иртәнге туғыҙҙа Бахмут ауылында, аҙаҡ 11.30-ҙа Күмертау ҡалаһында уҙасаҡ.
Бәхил бул, туғаным.