Афәт
10 Октябрь 2025, 08:47

Өмөттәр өҙөлдө

Максим Селеверстовты яҡындары иҫән тип көттө.

Өмөттәр өҙөлдөӨмөттәр өҙөлдө
Өмөттәр өҙөлдө

Тик өмөттәр аҡланманы, бөгөн яугир менән Марьевка ауылында хушлаштылар.
Бәләкәй генә ауыл яуырындарына бигерәк ҙур ҡайғылар килде. Улар яңыраҡ ҡына бер яугирҙарын һуңғы юлға оҙатҡайны.
Максим Николаевич 1989 йылғы. 2022 йылдың 17 октябрендә контрактҡа ҡул ҡуя. Мотоуҡсылар ротаһында командир булып хеҙмәт итә. Махсус хәрби операция барышында 2024 йылдың май айында һәләк була.
Беҙ Максим Селеверстовтың ике сабый ғына ҡыҙ балаһы Ульяна менән Александраның, атаһы Николай Июстиновичтың, әсәһе Елена Дмитриевнаның һәм яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Яугир Ырымбур өлкәһенең Бобровка ауылында ерләнә.

Автор:
Читайте нас