Бөтә яңылыҡтар
Афәт
11 Октябрь , 13:27

Эх, Салауат...

Һинең юҡлығыңа бер кем ышанмай.

Эх, Салауат...
Эх, Салауат...

Ҡайғы Яҡуп ауылын да урап үтмәне, тип яҙған инек.  Бөгөн улар батырҙарын һуңғы юлға оҙаталар. Салауат Урал улы Искәндәров 1985 йылда Көйөргәҙе ауылында тыуған. Быйыл ғинуар айында контрактҡа ҡул ҡуйған булған, ҡыҙғанысҡа, апрель айында һәләк булған.
Өйләнгән, ике ҡыҙы бар. Беҙ яугирҙең әсәһе Фәриҙә Сабирйән ҡыҙының, ҡыҙҙары Ильнара менән Гөлнәзирәнең, туғандарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашыбыҙ.
- Эх, Салауат... Ышанғы ла килмәй. Аҙаҡҡы көнгәсә һинең иҫән булырыңа өмөтләндек. Бик яҡшы, ярҙамсыл кеше инең. Тыныс ят, батыр, - тиеште халыҡ уның менән бәхилләшкәндә.
Тыныс ят, Салауат. Йәнең йәннәттә булһын...

Автор:
Читайте нас