Афәт
8 Ноября 2025, 04:47

Йәшәп тә өлгөрмәнең, Артем

Май айында ғына уға 23 йәш булған.

Йәшәп тә өлгөрмәнең, АртемЙәшәп тә өлгөрмәнең, Артем
Йәшәп тә өлгөрмәнең, Артем

Бөгөн Артем Вахрушин менән хушлашабыҙ. Ул Күмертау егете, ошонда үҫкән, уҡыған. Йәп-йәш сағы, йәшлегенә туймай, дәртләнеп, йәрҙәр һөйөп, үҙе лә һөйөлөп кенә йәшәр сағы. Йәл, бигерәк йәл, нимәлер тип әйтер һүҙҙәр табыуы ауыр, аҡылдан шашыр мәл.

Бәхил бул, Артём Игоревич, был донъяла татый алмаған ләззәт-рәхәтлектәреңде теге донъяларҙа татырға яҙһын тип, үҙ-үҙебеҙҙе йыуатырға тырышабыҙ. 

Беҙ мәрхүмдең ата-әсәһенең, барлыҡ яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

Автор:
Читайте нас