Бөтә яңылыҡтар
Афәт
9 Ноябрь , 09:42

Ғүмерҙәрҙе һатып алып булмай

Мобилизация иғлан ителеп, егеттәрҙең һуғышҡа оҙатылыуына 4-се йыл китте.

Ғүмерҙәрҙе һатып алып булмай
Ғүмерҙәрҙе һатып алып булмай

Һуғыш-юғалтыуҙар, ҡайғы,хәсрәт,
Нисек кенә ғәҙел булмаһын,
Кем өсөндөр һуғыш-майлы ҡалъя,
Һалдат күрә уның ыҙаһын.
Ил саҡырып, яуға оҙатҡанға,
Һалдаттың бар ниндәй ғәйебе,
Утлы ҡурғаш аҫтында булғанда,
Ҡылдан да нескә ғүмер ебе.
Ҡан ҡойошта, сикһеҙ ҡорбандарҙа
Ниндәй ғәйебе бар һалдаттың,
Уның бар хыялы-һуғыш бөтөп,
Туптар тынып, имен таң атһын.
Иңен баҫа ауыр яу ҡоралы,
Боҙло һыу кисә аяҡтары,
Аҙ булмайҙыр, был мәхшәрҙән иҫән
Ҡайтырмынмы, тигән саҡтары.
Һоҡландырмай уны алһыу ҡояш,
Хисләндермәй уны тулған ай,
Көнө-төнө үлем менән янап,
Тимер ҡоштар уны һағалай.
Ғүмерҙәрҙе һатып алып булмай,
Күпһенмәгеҙ яугир аҡсаһын,
Һеҙгә уның күргән, кисергәнен
Күреп, кисерергә яҙмаһын.
Дүртенсе йыл инде атлап бара
Йәшәү менән үлем сигенән,
Уға ла бит ғүмер, беҙҙекеләй,
Тик бер генә тапҡыр бирелгән.
Үлә, яра ала яуҙаштары,
Тағы күпме була түҙергә,
Ниндәй гонаһтары өсөн уға
Ерҙәге тамуҡты күрергә.
Ҡайҙан көс алырға, меңдәр ғәмһеҙ,
Берәү уттар кискән сағында,
Һуғыш ишек шаҡый, тәҙрә ҡаға-
Ниндәй һүҙҙәр кәрәк тағын да?!
Фәйрүзә Зиянбердина
28.09.2025.

Автор:
Читайте нас