Беҙ алдан яҙғанса, ошондай ҡотһоҙ, ҡараңғы көндә Айнур Мырҙагилдинды һуңғы юлына оҙаттылар.
Айнур үҙе тыумышы менән Ишембай районы егете булһа ла (Уразбай), беҙҙең район егете ул тип тулы хоҡуҡ менән әйтә алабыҙ. 1983 йылғы ул, тип яҙған инек.
Яҡшымбәт мәктәбендә уҡыған, Маяҡ ауылы училищеһын тамамлаған.
2022 йылдың 17 октябрендә мобилизация буйынса һуғышҡа алынған. Быйыл февралдең 14-дә һәләк булған.
Беҙ Айнурҙың барлыҡ яҡындарының - Камил абзый, Гөлнур, Нәфисә, Венера, Ҡадир, Зәбир - ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.