Сергей Викторович 1979 йылғы. Ул быйыл 14 мартта контрактҡа ҡул ҡуя һәм өлкән сапер вазифаһында хеҙмәт итә. Тик был юл бик ҡыҫҡа була, ҡыҙғанысҡа күрә, 31 мартта ул Махсус хәрби операцияһы барышында батырҙарса һәләк була.
Вячеслав Ильин 1987 йылдың 20 апрелендә Покровка ауылында Евгений Петрович менән Мария Ильиничнаның кинйә балалары булып донъяға килә. Был көн 38 йыл элек ғаиләгә ҡыуаныс алып килһә, хәҙер 20 апрель улар өсөн ҡайғы көнө. Быйыл тап 20 апрель МХО биләмәһендә Вячеслав Евгеньевичтың ғүмере өҙөлә. Ул 2025 йылдың февраль айында хәрби хеҙмәт үтеү өсөн контрактҡа ҡул ҡуйған була.
Батырҙарыбыҙҙың барлыҡ туғандарының, яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыһы менән уртаҡлашабыҙ.