Яҡын көндәрҙә был ауыл бер юлы тиерлек өс улын һуңғы юлға оҙатасаҡ. Барыһы ла яуҙа баш һалған ир-аттар. Һуңғы йылдарҙа таймаҫтарҙың, дөрөҫөндә, тыныс ҡына йәшәгән көндәре юҡ, әллә нисә егете менән мәңгегә хушлаштылар, күпмеһелер әле һаман һуғышта. Әммә әлегеләй бер юлы өс яҡтан һеңгәҙәтә һуҡҡандай булғаны юҡ ине. Беҙ оло юғалтыуға дусар булған ата-әсәләрҙең, мырҙа-абзый-апай-һылыуҙарҙың ҙур ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ.
Барлыҡ ауылдаштарға сабырлыҡ ҡына теләйһе ҡала, ҡара болоттар тиҙерәк таралып, Таймаҫ өҫтөндә лә, бар ил өҫтөндә лә яҡты ҡояш тиҙерәк балҡыһын ине.