-1 °С
Болотло
Йылытмай көҙҙөң сыуағы,
Был көҙҙәрҙә лә ауыр.
Күпме аҫыл ир-егетен
Юғалтты ҡала-ауыл?!
Үтмәҫ сир булды был афәт,
Йолоп ятыусы һаҙлыҡ.
Ҡайҙа бара был донъялар,
Ҡайҙа дөрөҫлөк - хаҡлыҡ?!
Туҡтауһыҙ ҡайта ир-аттар,
Ҡара ер ҡуйынына.
Көткәндәргә тороп ҡала
Иң һуңғы туйы ғына.
Йыуатмай көҙҙөң сыуағы,
Күңелдә ҡаты төйөр.
Кемдәр ҡасан һөйөнсөләп,
Алыш туҡтаған! - тиер.