Бөтә яңылыҡтар
Афәт
27 Ноябрь , 10:01

Өс бала атаһының ғүмерен аяманы яҙмыш

Бигерәк яҡшы кеше ине, тип иҫкә ала уны таныштары.

Өс бала атаһының ғүмерен аяманы яҙмыш
Өс бала атаһының ғүмерен аяманы яҙмыш

Ермолаевола бөгөн сираттағы матәм, яу яланында һәләк булған улдары Сергей Геннадьевич Великоречинды һуңғы юлға оҙаталар.
Сергей Великоречин Ермолаево ауылында 1983 йылда донъяға килгән, ошонда белем алған, һөнәр үҙләштергән. 2002 йылда әрме сафтарына алынған, хеҙмәт итеп ҡайтып, ғаилә ҡороп, өс улға ғүмер бүләк иткән булған. Оҙаҡ ваҡыт Маяҡ ауылының Элеватор заводында водитель булып эшләгән.
2025 йылдың 24 февралендә контрактҡа ҡул ҡуйып, ил һағына юллана ул, тик, ҡыҙғанысҡа, яҙмыш өс бала атаһының ғүмерен аямай. Ошо уҡ йылдың июнь айында Сергей Геннадьевич яу яланында батырҙарса һәләк була.
Сергей Великоречиндың атаһы Геннадий Алексеевичтың, әсәһе Любовь Васильевнаның, улдары Данил, Егор, Ефимдың һәм яугирҙең барлыҡ яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ, уларға сабырлыҡтар теләйбеҙ.

Автор:
Читайте нас: