Бөтә яңылыҡтар
Афәт
28 Ноябрь , 11:13

Нимә булды һинең менән, Таймаҫ?

Бөгөн бында тағы ла ҙур ҡайғы – бер ир янып үлгән.

Нимә булды һинең менән, Таймаҫ?
Нимә булды һинең менән, Таймаҫ?

Ауылға ингәс тә бер йорт ултыра ине – ташландыҡ ул. Элекке хужалары кеме ҡайҙа таралып бөткән ярлы йорт. Билдәле, газ үтмәгән, мейес менән йылытылған. Унда бер ир көн иткән. Барыр ере, батыр күле булмаған 1973 йылғы ир тураһында,  ул кисә генә ошо йортҡа утын ташып йөрөй ине, тип һөйләй ауыл халҡы. Ә бөгөн бына йорт та юҡ, ир ҙә юҡ.

Беҙ фажиғәле вафат булған ирҙең яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Һәм һорау бирәбеҙ: ни булды һинең менән, Таймаҫ? Аҙаҡҡы көндәрҙә бәләләрең үтә ныҡ күбәйеп китте. Һуғыштан тыш та ҡот осҡос хәлдәр булып тора, эскелек тә көслө бында тинеләр беҙгә, бер апай хатта кем эсә, кем араҡы һата, шулар тураһында,  исемләп, хат та яҙған тинеләр. Йәне әсегәндер. Был хатты һәм Таймаҫҡа бәйле проблемаларҙы теҙеп яҙылған йәнә бер хатты «Юшатыр»ға ебәрәбеҙ тигәндәр. Көтәбеҙ. Хатты ла, Таймаҫтағы хәлдәрҙең именләнгәнен дә.

Был хаҡта тулыраҡ, тимәк, гәзиттә бирелер.

Автор:
Читайте нас: