Барлыҡ бәләләргә, ҡайғыларға тәбиғәттең бер ҙә ғәйебе юҡ. Шулай ҙа ул ишектәрен ҡайғы шаҡыған ғаиләләрҙең хәлдәрен һиҙә төҫлө. Бына бөгөн дә иртәнән алып тәбиғәт үҙ холҡон күрһәтә, күңелдәргә шом һалып буранлай ҙа буранлай.
Бөгөн, ҡарлы-буранлы көндә, Радмир Артур улы тыуған ауылы Кинйәбай зыяратында һуңғы төйәген тапты. Йәп-йәш, сибәр, дәрт ташып торған, өйләнеп тә өлгөрмәгән егетебеҙҙе юғалтыу йөрәктәргә ауыр яра һалды.
Радмир 2000 йылғы ғына. 23 ноябрҙә үҙенең 25 йәшлек матур юбилейын билдәләр ине, тик 21-дә, тыуған көнөнә ни бары ике көн ҡалғанда, Махсус хәрби операцияһында һәләк була.
Беҙ батырыбыҙҙың әсәһе Альбина Хәйҙәр ҡыҙының һәм барлыҡ туғандарының ауыр ҡайғылары менән уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡтар теләйбеҙ.