Бөтә яңылыҡтар
Афәт
25 Декабрь 2025, 13:23

Күңелдәр өшөгән көн

Бөгөн Ермолаево ауылында яугир Александр Данилов менән хушлаштылар.

Күңелдәр өшөгән көн
Күңелдәр өшөгән көн

Сатлама һыуыҡ ҡайғынан ярһыған йөрәктәрҙе туңдырғандай булды.
Александр Константинович 1968 йылда Михайловка ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағандан һуң, тыуған ауылында совхозда эшләп алған. Ватан алдында үҙ бурысын да үтәгән – ике йыл әрмелә хеҙмәт иткән.
Быйыл июнь айында контрактҡа ҡул ҡуйып, яуға юллана. Июль айында Махсус хәрби операцияһы барышында батырҙарса һәләк була.
А. Даниловтың тормош иптәше Светлана Юрьевнаның һәм барлыҡ яҡындарының ҡайғылары менән уртаҡлашабыҙ.

Автор:
Читайте нас