Бөтә яңылыҡтар
Афәт
26 Декабрь 2025, 13:52

Яҡуптар улдарын юғалтты

Нисәнсегә быйыл ҡайғы шаҡыны был ауылдың йорттарын.

Яҡуптар улдарын юғалтты
Яҡуптар улдарын юғалтты

Бөгөн улар батыр улдары Сәлим Мирхәйҙәровты һуңғы юлға оҙатты.
Сәлим Нурғәли улы 1988 йылғы. Былтыр март айында контрактҡа ҡул ҡуйып, ил һағына баҫа. Ҡыҙғанысҡа күрә, быйыл сентябрҙә Махсус хәрби операцияһы барышында башын һала.
Ике балаһын йәтим ҡалдырып китеп барҙы тағы бер атай кеше...Был ғаиләне лә йыуатырлыҡ һүҙҙәр табылмай, шулай ҙа батырыбыҙҙың ҡатыны Раушан Фәсхетдин ҡыҙының, ҡыҙҙары Аделина менән Ангелинаның, апаһы Дамира Камил ҡыҙының һәм барлыҡ туғандарының ауыр юғалтыу ҡайғылары менән уратҡлашабыҙ, сабырлыҡтар теләйбеҙ.
Яугирҙең урыны йәннәттә булһын.

Автор:
Читайте нас