Көн дә мәйет, көн дә кеше үлә,
Кем ауырыуҙан, кемдер һуғышта.
Юл һәләкәтен әйтеп тораһы юҡ
Яңылыҡтар һөйләй һәр көндә.
Был нимә, был әллә ахры заман
Яҡынлашып әллә киләме?
Аллаһы Тәғәлә әллә асыуынан
Ҙур һынауҙар кешегә бирәме?
Ҡурҡыныс донъя, күңел тыныс түгел,
Яҡшы хәбәрҙәр килә ишетәһе.
Һуғыш туҡтап, Илгә тыныслыҡ ҡайтып,
Шатланып ҡына килә йәшәге.
Уның өсөн беҙгә тырышлыҡ кәрәк,
Үҙ өҫтөбөҙҙән кәрәк эшләргә.
Тәртипһеҙлек, эскелек, иманһыҙлыҡты
Бөтөнләйгә юйып бәрергә!
Йәә Раббым, бир һин ярҙамыңды!
Барлыҡ ирҙәр баҫһын намаҙға.
Һәр мосолман кешеһе иман килтереп,
Именлектә яҙһын йәшәргә!
Хәтимә ИМЕЛБАЕВА, Тимербай ауылы