Бөтә яңылыҡтар
Афәт
9 Ғинуар , 12:18

Морапталыңдың бурандарын күрә алманың...

Бөгөн Иҫке Мораптал улы менән хушлашты.

Морапталыңдың бурандарын күрә алманың...
Морапталыңдың бурандарын күрә алманың...

Раил Бәширов 1985 йылғы. Бар ғүмере ошо тыуған ерендә үткән, мәктәпте бөткән, армияла булмаған, колхозда мал ҡараған, көтөү көткән...

Раил Рәмил улы яуға 2025 йылдың 29 авгусында киткән. Һәләк булған ваҡыты – былтырғы йылдың 16 сентябре.

Беҙ мәрхүмдең әнеһе Рәмилә апайҙың, абзылары Рауил менән Фәриттең (ул да МХО яугире), апаһы Рәйләнең һәм барлыҡ яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Автор:
Читайте нас