Бөтә яңылыҡтар
Афәт
17 Ғинуар , 11:02

Утыҙ ете генә йәшендә

Самат Харисов 1988 йылда тыуған.

Утыҙ ете генә йәшендә
Утыҙ ете генә йәшендә

Ҡаланың Тау колледжын бөткән, әрмелә булған. Һуғышҡа ул мобилизация буйынса киткән – 2022 йылдың 25 сентябрендә. 2024 йылдың 3 октябре - һәләк булған көнө. Самат Марат улының мырҙаһы Ислам әле яуҙа, ул да мобилизация менән яуған киткән булған.

Бөгөн беҙ Самат менән мәңгелеккә хушлашабыҙ. «Юшатыр» гәзите мәрхүмдең әсәһе Минзилә апайҙың, мырҙаһы Исламдың, апаһы Зиләнең, ҡатыны Лилиәнең ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлаша. Бер улығыҙҙы, ҡыҙғанысҡа, юғалттығыҙ, икенсе малайығыҙҙың иҫән-һау ҡайтыуын теләйбеҙ, Минзилә апай.

Автор:
Читайте нас