Бөтә яңылыҡтар
Афәт
30 Ғинуар , 08:39

Арыҫлан ауылында тыуған Арыҫлан

Арыҫланов Самат Сәлим улы Арыҫлан-Әмәкәс ауылында тыуып үҫеп, Күмертау ҡалаһында йәшәп, эшләп йөрөнө.

Арыҫлан ауылында тыуған Арыҫлан
Арыҫлан ауылында тыуған Арыҫлан

2023 йылдың май айында үҙ теләге менән контракт төҙөп, яу яланына юлланды.
Уның яҡты донъяларҙан китеүенә, бына, 40 көн дә тулып үтте, алсаҡ йөҙлө, ихлас, ярҙамсыл яугирҙе, илебеҙ өсөн ғүмерен аямаған батыр, ҡыйыу яугирҙе онотмайыҡ.

Керәүле-Илюшкин ауылы мәктәбе коллегабыҙ – Рушана Сәлим ҡыҙы Иванованың, Саматтың барлыҡ яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлаша.

Редкациянан: беҙ ҙә Саматты йәштән белә инек, бик сибәр егет ине ул – һинд киноһы актеры тейерһең. Яуға юлланыр алдынан ғына редакцияға инеп тә сыҡҡайның, кем уйлаған, беҙ һине шул ваҡытта һуңғы тапҡыр күргәнбеҙ икән. Йәл, Самат, яҡты донъяларҙан бик иртә китеп барҙың.

«Юшатыр» гәзите коллективы Самат Сәлим улының туғандарының, ауылдаштарының, дуҫтарының бик ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлаша. Бәхил бул, Арыҫлан ауылында тыуған Арыҫлан, һинең йылмайған яҡты йөҙөң беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.  

Автор:
Читайте нас