Пузиков Ирек Радис улы һәм Иситов Тулеген Джамбул улы менән.
Ирек 1971 йылғы, яуға 2024 йылда киткән, былтыр ғинуар айында һәләк булған. Ҡыҙы бар.
Тулеген 1987 йылғы, ҡалала полицияла эшләгән, 2024 йылдың май айында фронтҡа киткән, яуҙа фельдшер булып хеҙмәт иткән, быйыл 11 ғинуарҙа һәләк булған. Ҡатыны, 4 балаһы бар.
Беҙ Ирек менән Тулегендың барлыҡ яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, Хоҙай һеҙҙе сабырлыҡтан айырмаһын.