Ара-тирә кемдер нимәлер тип, шым ғына өндәште лә кеүек, әммә тауыштары, кемделер өркөтөүҙән ҡурҡҡандай, шым ғына ғына ишетелде. Һәр кемдең башында үҙ уйы. Әҙәм балаһы ғына түгел, Ҡансырала йән аҫыраған һәр тере йән барыһы ла тын ҡалды ахры. Шулай уҡ хәл бөгөн Яңы Ямашта ла булды - йән өшөткөс тынлыҡ. Ә иртәгә Яңы Мораптал ауылы ла шып-шым ҡаласаҡ...
Беҙ ҙә өнһөҙ ҡалдыҡ. Артабан гәзитебеҙҙә матәмдәр тураһында бер нимә лә баҫылмаясаҡ.