Бөтә яңылыҡтар
Афәт
18 Февраль , 10:31

Моңһоу ҡараш менән оҙаттыҡ

14 февралдә Аҡһары ауылы халҡы тағы бер улы менән хушлашты.

Моңһоу ҡараш менән оҙаттыҡ
Моңһоу ҡараш менән оҙаттыҡ

Айнур Йомағолов Махсус хәрби операцияла һәләк булды. Был көндө иртә менән сыҡҡан көләс сағыу ҡояшты ла, батырыбыҙҙы ҡара ер ҡуйынына һалған ваҡытта, болот ҡапланы.
Яугиребеҙ менән бәхилләшергә килгән барыһы, сараһыҙҙан, моңһоу ҡараштары менән оҙатып ҡалдыҡ.
Күҙ йәштәренә мансылған Айнур Малик улының әсәһенә, улына, бөтә туғандарына Аллаһ тәғәлә күркәм сабырлыҡтар насип итһен.Ауыр тупрағы еңел булһын,тыныс йоҡлаһын ...
Аҡһары ауылы халҡы

Автор:
Читайте нас