Инде ике йылдан ашыу хәбәрһеҙ юғалған булып һаналған ҡәҙерле кешебеҙҙең мәйете тыуған тупрағына ерләнергә ҡайтып килә. Хәйбуллин Булат Вәхит улы 1971 йылда Ҡарай ауылындадонъяға килә. 2024 йылдың сентябрь айында яу яланына юлланғайны, ошо уҡ йылдың октябрь айында һуңғы тапҡыр элемтәгә сыҡты, шул айҙа хәбәрһеҙ юғалды, тип танылды.
Ҡәҙерлебеҙ ғүмер буйы техникала, тыуған яҡтарында эшләне, һуңғы йылдарында Себерҙә вахта ысулы менән эшләп йөрөнө. Үҙ эшенә яуаплы ҡарын, тырыш булды ул. Ярҙам һорап килеүселәргә бер ҡасан да юҡ тимәне, һәр береһенә ҡулынан килгәнсе ярҙам итергә ашыҡты. Беҙ уның бер ҡасан да бойоғоп йөрөгәнен күрмәнек, осрашҡанда гел ихлас йылмайып, ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Ауырлыҡтары тураһында һөйләмәне, һыр бирмәй, бирешмәй йәшәне. Һаулыҡ булһа, барыһы ла яҡшы булыр, тине ул гел. Ул беҙҙең хәтеребеҙҙә һәр ваҡыт шаян, көләс йөҙлө, ихлас кеше булып һаҡланыр.