Бөтә яңылыҡтар
Афәт
1 Апрель , 16:26

Тыныс, аҡыллы, ярҙамсыл ине..

Кисә класташыбыҙ Руслан Әхтәмов менән мәңгелеккә хушлаштыҡ.

Тыныс, аҡыллы, ярҙамсыл ине..
Тыныс, аҡыллы, ярҙамсыл ине..

1976 йылғы мәрхүмебеҙ Егорьевка ауылында йәшәй торғайны. Илкәнәйҙә 11 класҡа тиклем бергә уҡыныҡ. Белем усағын тамамлағас та аралашып торҙоҡ. Класташтар осрашыуына йыйылышып, рәхәтләнеп һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәй торғайны. Русланыбыҙ бик аҡыллы егет булды. Ул бер ваҡытта ла һүгенмәне, берәүгә лә насар һүҙҙәр ҙә әйтмәне. Тыныс, тәртипле, һәр ваҡыт ярҙам итергә ашҡынып торҙо. Мин Стәрлетамаҡтан, ә ул Мәләүездән поезда осрашып бергә ҡайта торғайныҡ. Шул саҡта ла минең сумкаларымды күтәрешеп, ярҙам итеп, оҙатып ҡуя торғайны. Йыл һайын тыуған көндәрҙә шылтыратышып ҡотлаштыҡ, хәлдәр белештек. Һуңғы шылтыратыуымды алманы, ә аҙаҡ инде бөтөнләй бәйләнеш өҙөлдө... Ул былтыр август айында, үҙ теләге менән, Махсус хәрби операцияға юлланғайны. Уның был аҙымына аптыраманыҡ та, сөнки ул илебеҙ ауыр тормош кисергәндә ситтә тороп ҡала торғандарҙан түгел ине. Чечня һуғышында ла ҡатнашҡан һалдат ине ул. Ҡыҙғанысҡа, яуҙа ул һәләк булды. Ныҡ йәл Русланыбыҙ. Уның йәне йәннәттә булһын. Бәхил бул, класташыбыҙ! Тыныс йоҡла! Ул беҙҙең хәтерҙә мәңге яҡты йондоҙ кеүек балҡып торасаҡ.
Руслан Шәкирйән улының әсәһе Асия апайҙың, һылыуы Земфираның һәм барлыҡ яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Уларға сабырлыҡтар, түҙемлек теләйбеҙ.
Мәрхүмдең класташтары исеменән Рәсимә СӘЛИМОВА (Әхмәтйәнова)

Автор:
Читайте нас