

Бөгөн уның менән тыуған ауылында хушлашалар.
Редик 1982 йылдың 23 февралендә Арыҫлан-Әмәкәс ауылында донъяға килә, ошонда уҡып, буй етә.
2000 йылда әрме сафтарына юллана, унда ике йыл намыҫлы хеҙмәт итеп, тыуған яғына ҡайта. Илһөйәрлек тойғоһо тынғы бирмәү сәбәпле, 2024 йылдың көҙөндә үҙ теләге менән яу яланына юлланырға ҡарар ҡабул итә, унда ул мотоуҡсылар ротаһында, уҡсыһы вазифаһында хеҙмәт итә.
Ҡыҙғанысҡа, быйыл яҙ башында, Редик Ишбулат улының яу яланында, хәрби хеҙмәт бурысын үтәгәндә, батырҙарса һәләк булыуы тураһында хәбәре килә.
Батыр егетебеҙҙең атаһы Ишбулат Әхмәҙи улының, әсәһе Зөлфирә Фәрих ҡыҙының һәм барлыҡ яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡтар теләйбеҙ.