Афәт
16 Апреля , 07:42

Ғәзиз кешеһен юғалтты

Александр Евгеньевич Спиченко 1977 йылда Төмән өлкәһендә донъяға килгән.

Ғәзиз кешеһен юғалттыҒәзиз кешеһен юғалтты
Ғәзиз кешеһен юғалтты

1993 йылда Орск ҡалаһының 23-сө һанлы һөнәри училищеһын тамамлай, 1995 йылда Күмертау ҡалаһынан әрме сафтарына алына.
Яҙмыш еле уны беҙҙең яҡтарға ҡасан, нисек алып килгәндер, әммә яу яланына ул тап беҙҙең ҡаланан 2024 йылдың февралендә китә. Мотоуҡсылар батальонының штурмлау ротаһының пулемет взводы ут ярҙамы наводчигы булып хеҙмәт итә.
Ҡыҙғанысҡа, быйылғы йылдың февраль башында Ҡыҙыл Лиман ҡалаһы районында, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була. Батыр егетебеҙҙе Керәүле-Илюшкин ауылы зыяратына күмделәр.
Александр Евгеньевич өйләнмәгән булған, балалары юҡ, атай-әсәһе лә иҫән түгел. Уның берҙән-бер ғәзиз кешеһе, апаһы Галина Әсхәт ҡыҙының ауыр юғалтыу ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ.

Автор:
Читайте нас